“Һабаҡташтар менән осрашыу” байрамы
03.02.2023
Просмотров: 7
Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул . Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үткәс элекке һабаҡташтарҙың осрашыуы – айырыуса тулҡынландырғыс, шатлыҡлы сара. Ул синыфташтар, уҡытыусылар менән күрешергә, күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдарын иҫкә алырға һәм ғүмер юлында ирешкән уңыштар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә .
Беҙҙең мәктәптә лә, февраль айының тәүге йомаһында 55,50,45,40,30,20,10 йыл элек 9 синыфты тамамлаусылар араһында “Һабаҡташтар менән осрашыу” байрамы үткәрелде.
Сара бер үк ваҡытта күңелле лә, моңһоу ҙа булды. Күңелле – сөнки был көндө улар барыһы ла бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм ялҡынлы, күңелле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдылар. Ә инде ғүмерҙең күҙ асып йомған аралағы кеүек елеп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтер-хәтирәләр ҡанатында ғына ҡайтып килергә мөмкин булыуы бер аҙ моңһоулыҡ хисе лә өҫтәне.
Уҡытыусылар ҙа иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө. Ғөмүмән, улар уҡыусыларынан ҡәнәғәт, сөнки үҙҙәре уҡытҡан, тәрбиәләгән балалар бөгөнгө ҡатмарлы заманда юғалып ҡалмаған, һәр береһенең хатта икешәр юғары белеме, эше, ғаиләһе, балалары бар. Элекке класташтарҙың бөгөн дә бер-береһе менән даими бәйләнештә булыуҙары, ярҙамлашып, шатлыҡ-ҡайғыларҙы бүлешеп йәшәүҙәре хөрмәткә лайыҡ. Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үтһә лә, барыһы ла шул уҡ – саф, таҙа күңелле ҡалғандар.
Класташтар менән осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмаһын, аралашып, хәлдәрҙе белешеп, ҡунаҡҡа йөрөшөп, ярҙамлашып йәшәйек, тип таралыштылар.