МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә "Аҡыллы каникулдар" исемле яҙғы лагерь үҙ эшен алып барҙы

Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә "Аҡыллы каникулдар" исемле яҙғы лагерь үҙ эшен алып барҙы

Март 28, 2022 Просмотров: 19
28 марттан 1 апрелгә тиклем Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә "Аҡыллы каникулдар" исемле яҙғы лагерь үҙ эшен алып барҙы. Мәктәп яны һауыҡтырыу лагерында 80 бала ял итте. Балаларҙың ялы күңелле лә, файҙалы ла үтһен өсөн, тәрбиәселәр бик күп көс һалдылар. Балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында юл йөрөү һәм үҙ-үзеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһындагы әңгәмәнән башланды. Лагерь 4 йүнәлеш буйынса эш алып барҙы.
Беренсе көн экологик тәрбиә биреү көнөнә бағышланды.Тәрбиәселәр «Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ», «Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар» исемле викториналар,һүрәт төшөрөү,уйындар,әңгәмәләр үткәрҙеләр.
Икенсе көн-Робототехника һәм компьютер иленә сәйәхәт ойошторолдо.Роботтарҙың килеп сығышы,төрҙәре тураһында балалар өҫтәмә мәғлүмәт алдылар.Информатика кабинетындағы роботтар күргәҙмәһе уҡыусылар өсөн биҡ ҡыҙыҡлы булды.Ҡыҙыҡһыныусылар артабан робототехника түңәрәгенә йөрөргә теләк белдерҙеләр.
Өсөнсө көн –тарихи-мәҙәни тәрбиә биреү көнө.Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы мәктәп музейына экскурсия ойошторзо.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар тураһында һөйләне.Мәктәп музейына сәйәхәт балаларға бик оҡшаны.Альбомдар,иҫтәлекле фотолар,һалдат хаттары,орден-миҙалдар,һуғыш-тыл ҡоралдары,тыл-фронт тураһында яҙмалар,эш ҡоралдары –былар барыһы ла балалалар өсөн фәһемле булды.
Дүртенсе көн-физик тәрбиә биреү көнө.Мәсем клубы хеҙмәткәрҙәре үткәргән уйын-квест балаларға бик оҡшаны. Көн дауамында спорт залында эстафеталар , баскетбол кәрзиненә туп индереү, скакалкала һикереү, обруч әйләндереү, боулинг, тоткарлыктар аша сығыу кеүек уйын төрҙәрендә уҡыусылар бик теләп ҡатнашты.
Лагерҙың һуңғы көнөндә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлдәр Шәрифйән ҡыҙы,китапханасы Филиә Йосоп ҡыҙы менән берлектә халҡыбыҙҙың йолаларын ,ғөрөф-ғәҙәттәрен балаларға өйрәтеү маҡсатынан, “Хуш киләһең,Наурыз” исемле байрам ойошторҙолар Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы айҡанлы, "Һөнәрленең ҡулында бәрәкәт бар"исеме аҫтында ауылыбыҙ ағинәйе,ҡул эштәре оҫтаһы Миңзәлә Сабирйән ҡыҙы менән осрашыу үтте.Миңзәлә апай балаларға бала сағынан уҡ ҡул эштәренә әүәҫ булыуы, үҙенең балаларына ла ошо һәләт бирелеүе тураһында һөйләне.Балалар бик әүҙем һорауҙар биреп,апайзың һәр эше менән ҡыҙыҡһынып ҡатнашып ултырҙылар.Осрашыу юғары кимәлдә үтте,балалар үҙҙәре лә ҡул эштәренә өйрәнергә һүҙ биреп,бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
Шулай итеп , «Аҡыллы каникулдар» лагеры бик ойошҡанлыҡ менән үтеп китте.Балаларға фәһемле лә,ҡыҙыҡлы лаүткәрелгән саралар бик оҡшаны.