МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Гөрләп үтте “Балалар һабантуйы”

Гөрләп үтте “Балалар һабантуйы”

Июнь 1, 2022 Просмотров: 36
1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең Яңы Собханғол мәктәбендә “Балалар һабантуйы” ойошторолдо. Сара флаг күтәреү һәм гимн йырлауҙан башланды. Байрам үтәсәк майҙансыҡ кескәйҙәрҙең шат ауазынан яңғырап торҙо был көндө.
Балаларҙы бөгөнгө байрамдар менән тәбрикләп, уларға был байрамдарҙың мәғәнәләре аңлатылды.

Билдәләнгән урындарҙа “Ат сабышыу”, “Һыу ташыу”, “Ҡул көрәше”, “Тоҡ менән алыш”, “Йомортҡа ташыу”, “Көршәк ватыу” кеүек милли уйындар ойошторолдо.
Сара һуңында байрамда ҡатнашыусы бөтә балаларға ла ,зәңгәр күктәребеҙҙең аяҙ булыуын, уңыштарҙың мул булып уңыуын һәм кескәйҙәргә бәхетле яҡты киләсәк теләп тәмле күстәнәстәр таратылды.