МОБУ ООШ д.Новосубхангулово ЙӘЙГЕ ЛАГЕРЬ – 2022

ЙӘЙГЕ ЛАГЕРЬ – 2022

Июнь 1, 2022 Просмотров: 40
Бына, ниһайәт, уҡыусыларҙың һағынып көтөп алған күңелле каникулдары ла етте.
Бөгөн, 1июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Инсебикә» исемле көндөҙгө лагерь үҙ эшен башланы. Сара флаг күтәреү һәм гимн йырлауҙан башланды.
Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре лә был сарала ҡатнашып, балаларҙы ҡыуандырҙы.
Лагерҙа уҡыусылар өсөн тәрбиәүи темаға арналған төрлө күңелле саралар ҡаралған. Уҡыусылар күңелле ял итеү менән бергә төрлө хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үҙләштерәләр.
Йәйге каникулдар матур, файҙалы һәм күңелле үтһен!