Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Сентябрь 3, 2022
Просмотров: 54
3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был көндө бөтә ил буйынса ошо темаға арналған саралар уҙғарыла. Яңы Собханғол мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Ауыл китапханасыһы Филиә Йосоп ҡыҙы «Онотолмаҫ ҡайғы-хәсрәт» темаһы буйынса илһөйәрлек сәғәтен уҙғарҙы. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн фильм күрһәтелде. Сара барышында балалар терроризмдың барлыҡҡа килеү тарихы, иң билдәле терракттар, шул иҫәптән 2004 йылдың сентябрендә Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының Беслан ҡалаһында булған фажиғә тураһында белделәр. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине. Ошо аяныслы ваҡиғаларҙа һәләк булғандарҙың иҫкә алыу маҡсатында «Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн» лозунгылары менән плакаттар әҙерләне, шулай уҡ тынлыҡ минуты үтте. Уҙғарылған сара балаларға экстремаль хәлдәрҙә нисек хәүефкә ҡаршы торорға, нисек үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға өйрәтте.Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур.