Каникул осоронда көҙгө лагерь
Ноябрь 2, 2022
Просмотров: 23
Яңы Собханғол мәктәбендә көҙгө каникул осоронда лагерь ойошторолдо.Һәр көн бай һәм йөкмәткеле сараларға бай булды.
3 ноябрь Мостай Кәримде иҫкә алыу кисәһе үтте. Сарала Азалия Мөхәмәт ҡыҙы, Физәлиә Таһир ҡыҙы,Рәзилә Зәбир ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерҙеләр, шиғырҙар һөйләнеләр.
Уҡыусылар әҙиптең ижадына оло һөйөү һәм ихтирам менән сығыш яһанылар.Шағирҙың һәр бер шиғыры,әҫәре тормош дәресе ул.Мостай Кәримдең драма әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе ысын артистарса башҡарыуҙары йөрәктәрҙе тетрәндерҙе.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Зөфәр ҡыҙы һәм китапханасы Венера Мәүлит ҡыҙы әҙерләгән сара матур, эстәлекле булыуы менән күңелдәрҙе йәлеп итте. Мостай Кәрим ижадын күпме өйрәнһәң дә өйрәнеп була, сөнки был шәхестең яҙмышы ла, тормош юлы ла, хеҙмәте лә тәрән мәғәнәле, һоҡланғыс. Уҡыусылар был саранан яңы көс алып, ял итеп ҡайтты.