МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Март 6, 2023 Просмотров: 23
Йылы ҡояш нурҙарына төрөнөп,йүгерек гөрләүектәр менән йүгереп яҙҙың беренсе айы – март та килеп етте. Был ай иһә үҙенең иң күркәм, иң наҙлы байрамы менән башланып китә.

6 март көнө Яңы Собханғол мәктәбендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған матур сара ойошторолдо.
Һәр бер кластан 2 ҡыҙҙан торған командалар төрлө конкурстарҙа үҙ-ара көс һынаштылар.

Ҡәҙерле ҡыҙҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ.