МОБУ ООШ д.Новосубхангулово “Зарница”

“Зарница”

Февраль 27, 2023 Просмотров: 32
Яңы Собханғол мәктәбендә хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә, башҡа бик күп төрлө мауыҡтырғыс саралар менән бер рәттән, балаларҙың яратҡан “Зарница” уйыны ойошҡанлыҡ менән үтте. 5-9-сы класс уҡыусылары ике ҙур отрядҡа бүленде, отряд командирҙары һайланды. Һәр отряд алдан уҡ әҙерлек эштәре үткәрҙе. Сара флаг күтәреү менән башланды. Тарих уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙының сығышынан һуң тыл ветерандарына ҡуйылған обелискка сәскәләр һалынды, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Артабан ике команда араһында сәмле ярыш ойошторолдо.