МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Февраль 21, 2023 Просмотров: 21
21 февраль –һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Мәктәбебеҙҙә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар ойошторолдо.
8-9 кластар өсөн “Алтын тирмә”уйыны, 5-6 кластар өсөн “Тел бәйгеһе”, 4 класс өсөн «Тел – күңелдең көҙгөһө» тип исемләнгән сара үткәрелде.
Йомаҡтар, ребустар систеләр, мәҡәлдәр ҙә әйтештеләр. Рәми Ғариповтың ысын мәғәнәһендә әсә теленә, туған телдәргә дан йырлаған «Туған тел» шиғырын уҡынылар.

Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һендерҙе.