МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Башҡорт теле көнө айҡанлы сара

Башҡорт теле көнө айҡанлы сара

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 31
Башҡорт теле көнө айҡанлы беҙҙең мәктәптә лә төрлө саралар үткәрелде
5-6 кластар араһында үткәрелгән “Һин Башҡортостанды беләһеңме?”исемле викторина уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда республика тарихы, данлыҡлы шәхестәре, яу батырҙары, район тарихы буйынса һорауҙар бирелде. Тел бәйгеһе ” интеллектуаль конкурсында”, “Башҡорттар» һәм “Белермәндәр” командалары үҙ-ара көс һынаштылар. Уҡыусылар төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, сканворд,ребус систеләр, һүҙҙәр төҙөнөләр.Уҡыусыларға уйын бик оҡшаны һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр команда әүҙем дә, башлы ла булып сыҡты.
Башланғыс синыфтарҙа «Башҡорт халыҡ әкиәттәре » исемле күргәҙмә ойошторолдо.