Яңы Собханғол мәктәбендә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ҡатнашыусы осрашыуға килде.
Февраль 13, 2024
Просмотров: 24
Яңы Собханғол мәктәбендә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ҡатнашыусы осрашыуға килде. Ул 5-9 синыф уҡыусылары өсөн әңгәмә үткәрҙе. Махсус хәрби операцияның башланыу тарихы, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, шулай уҡ армияла хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге, Тыуған илгә һөйөү, халҡың алдында хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләне. Тылдан килгән ярҙам хаҡында ла һүҙ булды.
"Ауыл халҡынан, районыбыҙҙан килгән гуманитар ярҙам, уҡыусыларҙан килгән хаттар беҙгә дәрт-көс бирә, патриотик рухыбыҙҙы күтәрә" - тине МХОлағы "Ҡурай" исемле егетебеҙ.
Уҡыусылар ҙа уға ныҡлы һаулыҡ, имен-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалдылар.