МӘКТӘП ҠАРЛУҒАСТАРЫ ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ
Февраль 2, 2024
Яңы Собханғол мәктәбе үҙенең ҡанаты аҫтынан сығарып осорған ҡарлуғастарын йыйҙы. Осрашыуға йыйылған һәр быуын һабаҡташтар үҙ хәтирәләре менән бүлеште, мәктәпкә спорт кәрәк-яраҡтары, мебель һәм төҙөлөш ҡорамалдары бүләк итте. Саҡырылған класс етәкселәре, ҡәҙерле уҡытыусылары үҙ уҡыусыларынан йылы һүҙ генә ишетеп ҡалманы, сәскә гөлләмәләрен, бүләктәрен дә ҡабул итте. Һәр сығарылыш үҙ класын экран аша күрһәтелгән фотола таныштырып сығыуы бөтәһенә лә яңылыҡ булып ҡабул ителде. Сөнки кесе йәштәгеләр оло быуынды танып белһә, олоһо - йәштәрҙе белеп ҡалды.
Барыбыҙ ҙа мәктәп директоры Кинйәбаев Факил Фәрзәт улына, ойоштороу эшендә яҡындан ҡатнашҡан уҡытыусылар коллективына оло рәхмәт һүҙен еткереп таралышты.
Киләһе осрашҡанға тиклем, һабаҡташтар!
Иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға яҙһын һәммәбеҙгә лә!
Илебеҙгә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!