МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Яңы Собханғол мәктәбе сәхнәһе гөрләне

Яңы Собханғол мәктәбе сәхнәһе гөрләне

Май 3, 2024 Просмотров: 90
Йомағолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы етәкселәгән Театр түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың дебют кисәһе үтте.

Йәш әртистәр "Их, Өфө ҡыҙҙары" исемле матур, бай йөкмәткеле пьеса сәхнәләштерҙеләр. Балалар үҙҙәрен бик ҡыйыу тоттолар. Тамашасылар күренештән берсә моңайып, берсә көлөп, матур тәьҫораттар алдылар.

Талантлы уҡыусыларға, етәкселәренә киләсәктә ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ!