МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Янғын һүндереүселәр менән осрашыу

Янғын һүндереүселәр менән осрашыу

Июнь 5, 2024 Просмотров: 314

73-сө янғын һүндереү часе хеҙмәткәрҙәре Яңы Собханғол мәктәбендә көндөҙгө лагергә йөрөүсе балалар менән янғын һүндереү хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс осрашыу үткәрҙе. Балалар янғын һүндереү машинаһында булған эш ҡорамалдары, хеҙмәткәрҙәрҙең эше тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.