МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Йәш патриоттар менән осрашыу

Йәш патриоттар менән осрашыу

Май 27, 2024

Яңы Собханғол урта мәктәбендә пограничниктар көнөнә ҡарата бөгөн район ветеран-пограничниктар ойошмаһы исеменән Булат Тимерғәлиев, Иҙел Иҫәнғалин менән Фәрүәз Ғәлиуллиндар уҡыусы балалар менән берлектә осрашыуҙа ҡатнашты. Пограничниктар ил сиге тормошо, үҙҙәренең нисек хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләп таныштырҙы. Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Осрашыу йәнле үтте, сәй табыны ла ойошторолдо. Осрашыу һуңынан иҫтәлеккә дөйөм фотоға төшөп, ошондай осрашыуҙар тағын да ойошторолор тигән теләктә таралыштыҡ.
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа мәктәп директорына, сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән уҡытыусылар коллективына оло рәхмәт һүҙен еткереп ҡайттыҡ!
Етеп килгән байрамыбыҙ менән, хөрмәтле ил сиге һаҡсылары!