МОБУ ООШ д.Новосубхангулово Көҙгө уңыш - 2024 й.

Көҙгө уңыш - 2024 й.

Сентябрь 23, 2024 Просмотров: 87
Һәр миҙгелдең үҙенә күрә сихри матурлығы бар. Көҙҙө генә миҫалға алһаҡ: емеш-еләктең өлгөргән сағы, тәбиғәттең моңһоу һәм серле итеп йәй менән хушлашыуы үҙе бер әкиәт донъяһындай. 
Яңы Собханғол уҡыусылары, йыл да ошо мәлдә «Көҙгө бал» ойошторалар.
Быйыл да сараны матур, сағыу, күңелле итеп үткәреп ебәрҙек.
Беренсе конкурс «Визитка» тип аталды. Бында һәр класс үҙенең командаһы менән таныштырып үтергә тейеш ине.
Сара мәктәп сиктәрендә генә үтһә лә, уҡыусыларҙың етди әҙерләнгәндәре беренсе сығыштан уҡ күренеп торҙо.
Икенсе бәйге "Костюм яҡлау" булһа, өсөнсө бәйгелә уҡыусылар үҙҙәренең төрлө йәшелсәләр ҡушып бешерелгән аш-һыу, ризыҡтарын күрһәтте.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрен һайлауы бигерәк тә ҡыйын булғандыр, сөнки һәр бер команда үҙенә күрә 1-се урынға лайыҡ ине.
Башланғыс синыфтар араһында 4-се, 5-9 синыфтар араһында 7-се синыф уҡыусылары еңеүсе булып сыҡты.
Афарин! Артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!