Яңы Собханғол мәктәбендә 26 октябрҙән 1 ноябргә тиклем «Ҡояшҡай» исемле лагерь ойошторолдо.
Ноябрь 7, 2024
Просмотров: 542
Мәктәп янында көндөҙгө лагерь ойоштороу - каникул осоронда балалар менән эшләүҙең иң ҡыҙыҡлы формаларының береһе. Лагерҙың төп маҡсаты- балаларҙың буш ваҡытын ойоштороу, һаулыҡтарын нығытыу. Шул ниәттә Яңы Собханғол мәктәбендә 26 октябрҙән 1 ноябргә тиклем «Ҡояшҡай» исемле лагерь ойошторолдо. Лагерға 120 бала йәлеп ителде. «Ҡояшҡай» лагеры программаға ярашлы алып барылды. Төрлө мауыҡтырғыс уйын формалары ҡулланылды, һаулыҡтарын нығытыуға, һәләттәрен үҫтереүгә бөтә шарттар булдырылды. Көн һайын иртәнге һәм төшкө йылы , тәмле аш менән тәьмин ителде. Һәр яңы көн билдәле бер тема аҫтында үтте. 26 октябрь «Таныш булығыҙ-беҙ» исеме аҫтында үтте. Был көндө балалар «Башҡортостанда көҙ» исемле викторинала ҡатнашты. Шулай уҡ «Көҙгө вернисаж», «Өҫтәлдаге витаминдар» һүрәт конкурсы үтте. 27 октябрь «Йәшел уттар » көнө булды. Был көндө балалар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. «Светофорҙа ҡунаҡта» исемле һүрәт конкурсы булды. 28 октябрь «Ижад көнө» . Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «Әлләсе», төрлө хәрәкәт уйындары уйнатты. 29 октябрь «Әкиәт көнө». Был көндө балалар әкиәт донъяһында сәйәхәт иттеләр. Йәнһүрәттәр ҡарап, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап таптылар. Ауыл китапханаһы мөдире Кусяпова Филия Йосоп ҡыҙы«Комсомолдың тыуған көнө» исемле әңгәмә үткәрҙе.30 октябрь«Һаулыҡ көнө» исеме аҫтында үтте. Был көндө балалар командаларға бүленеп спорт ярыштарында ҡатнашты. Кусяпова Филиә «Репрессия ҡорбандары» тип исемләнгән бик фәһемле әңгәмә үткәрҙе. 31 октябрь «Тәбиғәттә ял» көнө булды. Бөрйән районы«Ғаилә» үҙәгенән килеп балалар менан берлектә ауылыбыҙҙың иң бейек тауҙарының береһе, тарих һаҡлаған Бәйет тауына сәйәхәт ҡылды. Бында балалар ер-һыу атамалары менән танышты, төрлө уйындар уйнаны. Тау башында балҡып әллә ҡайҙан күренеп торған йондоҙ эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төштө. 1 ноябрь - лагерҙа һуңғы көн. Был көн төрлө уйын- көлкө, бейеү, йырҙар менән бай булды. Лагерь бик күңелле, файҙалы, мауыҡтырғыс булды. Балалар ихлас ярыштарҙа ҡатнашып яҡшы ял иттеләр.