МОБУ ООШ д.Новосубхангулово 27 ғинуар - Ленинград блокадаһын өҙөү көнө.

27 ғинуар - Ленинград блокадаһын өҙөү көнө.

Январь 27, 2025 Просмотров: 904
1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре 900 көнгә яҡын дауам иткән Ленинград блокадаһын өҙә һәм ҡала халҡын фашист ҡамауынан тулыһынса азат итә. 872 көн буйына Ленинград халҡы дошман ҡамауында булып, һалҡындан, аслыҡтан, бер туҡтауһыҙ утҡа тотоуҙан бик күп ҡорбандар бирә.
Фашизмға ҡаршы тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәткән Ҡыҙыл Армия, совет халҡы тураһында хәтер мәңгелек. Был тарихи көн тураһында йәш быуын белеп үҫергә бурыслы. Ошо маҡсат менән мәктәптә дәрестәр үтте.